Яңылыҡтар таҫмаһы
26 Ноябрь 2023, 07:00

Кем брокколи ярата?

Кискелеккә бына тигән диетик аш.

Кем брокколи ярата?Кем брокколи ярата?
Кем брокколи ярата?

150-шәр грамм брокколи һәм сәскәле кәбеҫтәне ҡайнап торған һыуға һалып, 4 – 5 минут бешерергә һәм формаға йә табаға һалырға. Артабан өс йомортҡаны һытып, уға 150 мл һөт ҡушып, тәмләткестәр өҫтәп, кәбеҫтәләргә ҡойорға.

Өҫтөнә йәшел тәмләткестәр һипкәс, 200 градус эҫелектәге духовкала 20 минут бешерергә.

Автор:Алһыу Ишемғолова
Читайте нас