Яңылыҡтар таҫмаһы
26 Ноябрь 2023, 08:00

Файҙаһын күрегеҙ, уңған хужалар!

Республикала ҡаҙ өмәләре гөрләй. Иглин районының Ҡарамалы ауылында ла был матур йола онотолмай.

Файҙаһын күрегеҙ, уңған хужалар!Файҙаһын күрегеҙ, уңған хужалар!
Файҙаһын күрегеҙ, уңған хужалар!

Ошо көндәрҙә Дилара менән Азамат Шакировтар өмә үткәргән. Дүрт бала тәрбиәләгән өлгөлө ғаилә улар.

Еренә еткереп атҡарылған ҡаҙ өмәһе: эше лә, ашы ла булған, күңел асыу ҙа. Быйыл Шакировтар 20 баш ҡаҙ үҫтергән. Хужалар әйтеүенсә, йыл һайын төрлө тоҡомло ҡаҙ алырға тырышалар. Быйыл да ҡоштары көр генә булған.

Ауылдаштарҙы саҡырып, “Ҡаҙ өмәһе” үткәреү – матур йоланы онотмау, бер-береңә ярҙам итеүҙе күрһәтеү ул. Һәр эштең үҙ тәртибе бар. Ә ҡарамалылар ҡаҙ йолҡа, эшкәртә белә! Афариндар!

Әйткәндәй, Азамат Шакиров 5-се Өфө икмәк комбинатында водитель булып эшләй, ә ҡатыны Дилара мәктәптә география, физкультура уҡыта, тәрбиә буйынса директор урынбаҫары ла. Уларға эштәрендә уңыштар теләйбеҙ!

Фото һәм сығанаҡ: iglvesti.com

Автор:Алһыу Ишемғолова
Читайте нас