Яңылыҡтар таҫмаһы
25 Ноябрь 2023, 15:27

Синоптиктар хәбәр итеүенсә, һауа торошо үҙгәрә

- Синоптиктар фаразлауынса, йәкшәмбелә температура плюсҡа күсһә лә, юлда һаҡ булығыҙ, ашыҡмағыҙ, тиҙлек режимын һәм араны һаҡлағыҙ, йәйәүлеләр үткәүелендә иғтибарлыраҡ булығыҙ, - тип водителдәргә мөрәжәғәт итә баш автоинспектор Владимир Севастьянов.

Синоптиктар хәбәр итеүенсә, һауа торошо үҙгәрәСиноптиктар хәбәр итеүенсә, һауа торошо үҙгәрә
Синоптиктар хәбәр итеүенсә, һауа торошо үҙгәрә

- Әгәр һеҙ йәйәүле булһағыҙ, һис кенә лә ашыҡмағыҙ, юлды бары тик светофорҙың рөхсәт сигналына ғына үтегеҙ, ә көйләнмәгән үткәүелдәрҙә ян-яҡҡа ҡарап, үҙ хәүефһеҙлегегеҙгә инанғас ҡына юл аша сығығыҙ, - ти баш автоинспектор. - Үҙегеҙҙе һаҡлағыҙ, уяу булығыҙ!

Фото: БР ЮХХДИ.

Автор:Баныу Ҡаһарманова
Читайте нас