

Классик музыка, мәҫәлән, ябығырға теләүселәргә ҙур ярҙамсы. Ғалимдар тикшереү уҙғарған да шундай һығымтаға килгән: табында (мәжлестә) кеше ниндәй йыр-моң тыңлауына ҡарап, әҙерәк йә күберәк ашай, имеш. Тәжрибә лә үткәреп ҡарағандар. Заманса, шәп көйҙәр тыңлағанда кеше күберәк ашай, ти. Классик музыка иһә тынысландыра. Ә тыныс кеше бик әҙ йә самалап ҡына ашай. Үәт, бит әй!