

Бишбүләк районы хакимиәтенән хәбәр итеүҙәренсә, быйыл көҙ милли проект буйынса район үҙәкләштерелгән китапхана системаһының аналитика бүлеге мөдире Ольга Епифанова Санкт-Петербург дәүләт мәҙәниәт институтында “Исследовательская деятельность библиотек как основа стратегического планирования и тактических действий” программаһы буйынса квалификацияһын күтәргән. Белгес уҡып сығыуынан ҡәнәғәт, бай тәьҫораттар алған һәм, әлбиттә, бындай уҡыуҙар ойошторолоуҙың файҙалы булыуын билдәләй.
Фото: Администрация муниципального района Бижбулякский район.