Яңылыҡтар таҫмаһы
25 Ноябрь 2023, 03:00

Кеше менән арыҫлан дуҫ була аламы?

...Арыҫлан ҡорбанына ярһып ташлана ла, ҡапыл туҡтап, ирҙең ҡулын ялай башлай. Майҙандағы халыҡ гөж килә.

Кеше менән арыҫлан дуҫ була аламы?Кеше менән арыҫлан дуҫ була аламы?
Кеше менән арыҫлан дуҫ була аламы?

Хикмәтле хикәйәт

Борон заманда бер илдә ҡурҡыныс хөкөм булған: ғәйепле тип табылған кешеләрҙе ас арыҫландарға ташлағандар. Йыйылған халыҡ быны күҙәтеп торған.

Шулай бер ваҡыт үҙенең хужаһынан ҡасҡан ҡолдо табып, хөкөм иткәндәр ҙә, майҙанға килтергәндәр. Арена эсендә ун көс ашамай торған арыҫлан үкереп ултырған. Был ҡолдо шунда төртөп индергәндәр.

Арыҫлан ҡорбанына ярһып ташлана ла, ҡапыл туҡтап, ирҙең ҡулын ялай башлай. Майҙандағы халыҡ гөж килә. Ҡолдан был арыҫландың уға ҡарата миһырбанлы булыуының сәбәптәрен һорайҙар.

Баҡһаң, был икәү – кеше менән арыҫлан – таныш икән.

Бер ваҡыт был арыҫланды урманда осраттым. Уның тәпәйенә үткер сым ҡаҙалғайны. Йыртҡыс бик һыҙлана ине. Мин сымды тартып сығарҙым. Шул ваҡыттан беҙ дуҫ булып киттек...

Язаланырға тейешле ҡолдоң был һүҙҙәре халыҡҡа бик көслө тәьҫир итә. Арыҫланды ла, ҡолдо ла иреккә сығаралар. Ирҙең артынан бесәй һымаҡ эйәреп китеп барған арыҫланды күреп, халыҡ йәнә аптырай.

Изгелек онотолмай. Тик бәғзе хайуандарға ҡарағанда, кешеләр ҡыҫҡараҡ хәтерле була ла ҡуя шул. Аңлағанға – ишара.

Айсын АҠБУЛАТОВА әҙерләне.

Автор:Алһыу Ишемғолова
Читайте нас