

Бәхетенән шул мәлдә Башҡортостан Республикаһының Ғәҙәттән тыш хәлдәр буйынса дәүләт комитеты ҡотҡарыусылары профилактик рейд үткәрергә килгән була. Улар кисекмәҫтән малайҙы һыуҙан сығарып, өйөнә алып баралар.
Бер аҙҙан ҡотҡарыусылар шулай уҡ ярҙан 15 метр алыҫлыҡта боҙ аҫтына төшөп киткән ирҙе күрә. 1993 йылғы ирҙе лә эвакуациялағандар һәм уның менән профилактик әңгәмә үткәргәндәр.
Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ, ошондай уҡ хәл кисә Белорет ҡалаһында һәм Дүртөйлө районында булды, ә бөгөн - Туймазы һәм Сибай ҡалаларында. Хөрмәтле республика халҡы! Аҡыллы булығыҙ, ут менән шаярмағыҙ! Үҙегеҙҙе һәм яҡындарығыҙҙы һаҡлағыҙ!
Фото: Ғәҙәттән тыш хәлдәр буйынса дәүләт комитеты.