

Оло кешегә муттар бәләгә тарыған ейәне булып шылтыратып, аҡса һораған. Әбей 140 мең һум аҡса, башҡа кәрәк-яраҡ йыйып, пакетты такси водителенә сығарып биргән.
Уны-быны уйламаған Рөстәм пакетты Ырымбур ҡалаһына алып барып, заказсыға шылтыратҡан. Һөйләшеү барышында аферист менән аралашыуын аңлап, аҡсаны биреүҙән баш тартҡан. Төрлө янауҙарға ҡарамай, ул пакетты кире Салауатҡа алып ҡайта һәм полицияға тапшыра. Был мәлдә әбей ҡыҙы менән бәйләнешкә инеп, муттарҙан алданыуын белгәс, полицияға ғариза яҙған була.
Уяулыҡ күрһәткән егетте полицияның рәхмәт ҡағыҙы менән бүләкләгәндәр.
Афарин, Рөстәм! Уңыштар юлдаш булһын, һау-сәләмәт эшләп йөрө!
Фото: БР буйынса ЭЭМ матбуғат хеҙмәте.