Яңылыҡтар таҫмаһы
24 Ноября 2023, 13:06

Йылына бер миллион тонна һата алабыҙ

Башҡортостан быйыл 600 мең тоннанан ашыу агросәнәғәт комплексы продукцияһын ситкә һатҡан. Экспортланған тауарҙың дөйөм суммаһы 273 миллион долларға етә. Киләсәккә пландар тағы ла ҙурыраҡ.

Йылына бер миллион тонна һата алабыҙЙылына бер миллион тонна һата алабыҙ
Йылына бер миллион тонна һата алабыҙ

Беҙҙең ауыл хужалығы һәм эшкәртеү тауарҙарын БДБ илдәре, Ҡытай, Һиндостан, Таиланд, Иран, Ираҡ, Африка дәүләттәре һатып ала. Ғөмүмән, донъяның 30 иленә һатабыҙ.

Тиҙҙән йылына бер миллион тонна АПК продукцияһын экспортлау күҙаллана. Өфөлә барған Халыҡ-ара бизнес аҙналығында ошондай маҡсат ҡуйылды.

Фото: БР Хөкүмәте сайтынан.

Автор:Алһыу Ишемғолова
Читайте нас