

Йыл башынан алып республикала бөтәһе 9 меңдән ашыу янғын сыҡҡан, уларҙа 223 кеше һәләк булған. Ошо арала ғына Яңауыл ҡалаһында янғында ҡатын һәм уның 4 йәшлек ҡыҙы һәләк булды. Шулай уҡ Салауат ҡалаһында, Архангел һәм Күгәрсен райондарында янғындарҙа кешеләрҙең ғүмере өҙөлдө.
Ҡырмыҫҡалы районында күп фатирлы йортта ҙур янғын сығып, ярай ҙа, бәхеткә күрә, бер кем дә зыян күрмәне.
Кәңәшмәлә ҡатнашыусылар менән үлемесле янғындарҙың сәбәптәре, шулай уҡ яңы янғындарҙы булдырмау өсөн кисекмәҫтән ҡабул итергә кәрәкле өҫтәмә саралар тикшерелде. БР Ғәҙәттән тыш хәлдәр буйынса дәүләт комитеты етәкселәре составының һәм уның ҡарамағындағы учреждениеларҙың муниципалитеттарға рейдтары дауам итә.
Башҡортостан Республикаһы халҡын янғын хәүефһеҙлегенең элементар ҡағиҙәләрен үтәргә саҡырабыҙ:
- мейесте тоҡандырғанда уттан һаҡ булығыҙ;
- электр йылытыу приборҙарының, оҙонайтҡыстарҙың, сымдарҙың, розеткаларҙың төҙөклөгөн күҙәтегеҙ;
- бүлмәлә тәмәке тартмағыҙ;
- балаларҙы ҡарауһыҙ ҡалдырмағыҙ.
Үҙегеҙҙе һәм яҡындарығыҙҙы һаҡлағыҙ!!!
Фото: БР Ғәҙәттән тыш хәлдәр буйынса дәүләт комитеты.