Яңылыҡтар таҫмаһы
24 Ноябрь 2023, 06:50

Башҡортостанда ҡыяр, помидор һәм йомортҡа ҡиммәтләнгән

“Башстат” аҙыҡ-түлектең айырым төрҙәренә уртаса хаҡтарҙы хәбәр итте. Аналитиктар мәғлүмәттәре буйынса, ҡыяр, помидор һәм тауыҡ йомортҡаһы ҡиммәтләнгән.

Башҡортостанда ҡыяр, помидор һәм йомортҡа ҡиммәтләнгәнБашҡортостанда ҡыяр, помидор һәм йомортҡа ҡиммәтләнгән
Башҡортостанда ҡыяр, помидор һәм йомортҡа ҡиммәтләнгән

Һуңғы аҙнала ҡыяр, помидор, тауыҡ йомортҡаһы һәм ҡыҙыл сөгөлдөр ҡиммәтләнгән. Был аҙыҡ-түлеккә хаҡтар 7,7%, 7%, 6,1% һәм 4,4% артҡан һәм килограмы 109,61 һум, 185,36 һум, 101,97 һум һәм 28,14 һум тәшкил иткән.

 

Бер аҙнала балалар өсөн йәшелсә консервалары (2,8 процентҡа), башлы һуған (2,6 процентҡа), тары ярмаһы (2,3 процентҡа) һәм шәкәр-ҡом (2,1 процентҡа) арзанайған. Хәҙер уларҙы килограмы 573,40 һумға, 25,42 һумға, 51,62 һумға һәм 68,22 һумға һатып алырға мөмкин.

 

Фото: Т. Аманов

Автор:Гөлнара Солтанова
Читайте нас