Яңылыҡтар таҫмаһы
24 Ноябрь 2023, 07:00

Башҡорт сәйенә арналған арт-объект

Өфөлә Мостай Кәрим урамында тирмәләр һәм «Башҡорт сәйе» арт-объекты ҡуйыла. Был хаҡта социаль селтәрҙә Ленин районы хакимиәте башлығы Олег Котов һөйләне.

Башҡорт сәйенә арналған арт-объектБашҡорт сәйенә арналған арт-объект
Башҡорт сәйенә арналған арт-объект

 

"Проект буйынса, этник тирмәләр тамға менән биҙәләсәк. Бөгөнгө көнгә объекттарҙың иҙәндәре һәм каркасы әҙер, тирмәләрҙе йылытыу һәм декоратив элементтар һалыу планлаштырылған», – тип яҙа ул.

 

«Башҡорт сәйе» арт-объекты сәйнк һәм кәсәнән тора. Сәй һауытының бейеклеге 2,4 метр, ә кәсәләренең бейеклеге 0,5 метр. Һауыт-һаба традицион төҫтәргә буялған: йәшел һәм аҡ. Биҙәү өсөн башҡорт орнаменты ҡулланылған.

 

Фото: Т. Аманов

Автор:Гөлнара Солтанова
Читайте нас