Яңылыҡтар таҫмаһы
24 Ноябрь 2023, 17:34

Ҡар кешеләрҙең пландарына үҙ төҙәтмәләрен индерә

Бөгөн Өфөнән ирле-ҡатынлы (1975 йылғы ир менән 1976 йылғы ҡатын) Благовещен районының Пушкин ауылына, үҙҙәренең дачаһына, юллана.

Ҡар кешеләрҙең пландарына үҙ төҙәтмәләрен индерәҠар кешеләрҙең пландарына үҙ төҙәтмәләрен индерә
Ҡар кешеләрҙең пландарына үҙ төҙәтмәләрен индерә

Тик йәйге осорҙа ҡулланылған юл буйлап китеп барғанда ҡарға бата. Үҙ аллы сыға алмағастары, ярҙам һорап 112 номерына шылтырата, шунан һуң машинаны ҡалдырып, трасса яғына китәләр.

Башҡортостандың Ғәҙәттән тыш хәлдәр буйынса дәүләт комитеты ҡотҡарыусылары зыян күреүселәрҙе Павловка-Благовещен юлынан 1,5 саҡрым алыҫлыҡта тапҡан.

Ҡотҡарыусылар зыян күреүселәр менән бергә машинаны трактор менәнһөйрәп сығарғанды көтөп ала. Уңышһыҙлыҡҡа тарыған ир менән ҡатын дачаға барып етә алмайынса, кире Өфөгә ҡайта.

Фото: БР Ғәҙәттән тыш хәлдәр буйынса дәүләт комитеты.

Автор:Баныу Ҡаһарманова
Читайте нас