

Уның исеме - Нуриман. Малай 22 ноябрҙә 2800 г ауырлыҡта тыуған, буйы -- 51 см. «Гөлсәсәк Бүләкованың ғаиләһендә ул өсөнсө бала. Әсә имен-һау бала тапты, барыһы ла яҡшы», — тип яҙа Башҡортостан Башлығы хакимиәте етәксеһе Максим Забелин социаль селтәрҙәрҙә. Ул шулай уҡ табиптарга һәм медицина персоналына йәш әсәләр һәм яңы тыуған сабыйҙар тураһында хәстәрлек күреүҙәре өсөн рәхмәт белдерҙе.