Яңылыҡтар таҫмаһы
23 Ноябрь 2023, 08:49

Ял итеү бәләгә әйләнгән

Өфө эргәһендәге коттедж комплексының бассейнында биш бала хлор парҙары менән ағыуланған.

Ял итеү бәләгә әйләнгәнЯл итеү бәләгә әйләнгән
Ял итеү бәләгә әйләнгән

8 йәштән алып 19 йәшкә тиклемге өс ҡыҙ һәм ике малай Князеволағы "Светлый" комплексы коттеджына ял итергә килгән. Бассейнда йөҙөп йөрөгәндә уларҙың  хәле ҡапыл насарайған.  Ғаиләләр тиҙерәк өйҙәренә ҡайтһалар ҙа, балаларҙың хәле арыуланмай. Шуға ла "Тиҙ ярҙам" саҡыралар. Өс баланы 22-се балалар дауаханаһына оҙаталар, тикшергәс, өйҙәренә ҡайтарып ебәрәләр. Яҡындарының әйтеүенсә, балалар һаман да ауырый. Был турала Mash Batash телеграм-каналы хәбәр итә.

Фото: асыҡ сығанаҡтарҙан.

Автор:Баныу Ҡаһарманова
Читайте нас