Яңылыҡтар таҫмаһы
23 Ноябрь 2023, 04:13

Ялҡаулыҡ ниндәйҙер сирҙең билдәһеме?

Бер нәмә лә эшләгегеҙ килмәйме? Энергияғыҙ бөттөмө? Апатияға бирелдегеҙме? Тик ятһағыҙ, берәүҙәр, был ялҡауланған, тиер. Әммә шул “ялҡаулыҡ”тың бер сир билдәһе булыуы ихтимал.

Ялҡаулыҡ ниндәйҙер сирҙең билдәһеме?Ялҡаулыҡ ниндәйҙер сирҙең билдәһеме?
Ялҡаулыҡ ниндәйҙер сирҙең билдәһеме?

Табип-эндокринолог, диетолог Екатерина Казачкова иң тәүҙә йоҡоно тикшерергә ҡуша. Йәғни, кешенең йоҡоһо мотлаҡ туйырға тейеш. Шунан нисек ашауҙы контролләргә. Әгәр ҙә кеше насар туҡланһа, тәмлене, аҡ ондан бешерелгән ҡамыр аштарын күп ашаһа (былар “буш углеводтар), энергияһы ла тиҙ бөтәсәк.

Хәлһеҙләнеп ятыуҙы белекһеҙҙәр генә, ялҡаулыҡ, тиер. Ә уның гипотиреоздан йәки анемиянан булыуы мөмкин. Ҡалҡан биҙе насар эшләһә лә, кеше тиҙ арый. Ғөмүмән, теләһә ҡайһы хроник сир ҙә кешенең көсөн ала, хәлһеҙләндерә, ялҡауландыра.

Автор:Алһыу Ишемғолова
Читайте нас