Яңылыҡтар таҫмаһы
23 Ноябрь 2023, 04:00

"Стимул" программаһы буйынса заманса энергетика үҙәге һалынды

Башҡортостан 2019 йылдан федераль программала әүҙем ҡатнаша. Уның буйынса 20 объект төҙөлгән, тағы 19 объектта эш бара.

"Стимул" программаһы буйынса заманса энергетика үҙәге һалынды"Стимул" программаһы буйынса заманса энергетика үҙәге һалынды
"Стимул" программаһы буйынса заманса энергетика үҙәге һалынды
Октябрьский ҡалаһында "Стимул" буйынса заманса һәм юғары технологиялы энергетика үҙәге сафҡа индерелгән. Әйткәндәй, был программа "Торлаҡ һәм ҡала мөхите" милли проекты буйынса ғәмәлгә ашырыла.
Яңы энергоцентр һалыу өсөн федераль, республика һәм урындағы ҡаҙна аҡсаһы тотонолған. Яңы ҡаҙанлыҡ төҙөлөп ятҡан 33-сө биҫтәне һәм яҡындағы йорттарҙы йылылыҡ менән тәьмин итәсәк.
"Стимул" программаһы буйынса беҙҙә 3,1 млн кв.м. торлаҡ төҙөү ҡаралған. Әле уның 1,9 млн кв.м. сафҡа индерелгән.
Фото: Министерство строительства и архитектуры Республики Башкортостан.
 
 
Автор:Алһыу Ишемғолова
Читайте нас