Яңылыҡтар таҫмаһы
23 Ноября 2023, 11:24

Рәсәй Хөкүмәте рәйесе урынбаҫары Башҡортостанды маҡтаны

Бөгөн Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров видеобәйләнеш аша Төбәк үҫеше буйынса РФ Хөкүмәте комиссияһының президиумы ултырышында ҡатнашты. Уны РФ Хөкүмәте вице-премьеры Марат Хөснуллин алып барҙы.

Рәсәй Хөкүмәте рәйесе урынбаҫары Башҡортостанды маҡтаныРәсәй Хөкүмәте рәйесе урынбаҫары Башҡортостанды маҡтаны
Рәсәй Хөкүмәте рәйесе урынбаҫары Башҡортостанды маҡтаны

Ултырышта инфраструктур бюджет кредиттары иҫәбенән төбәк проекттарын ғәмәлгә ашырыу барышы тикшерелде. Башҡортостанда ошо механизм нигеҙендә Өфөлә һәм Нефтекамала объекттар төҙөлөшө һәм реконструкция бара.

Атап әйткәндә, был - баш ҡалалағы "Көньяҡ ҡапҡа" транспорт проекты, Кузнецов Затонындағы 2200 урынға иҫәпләнгән мәктәп, Нефтеккмала - таҙартыу ҡоролмаларын реконструкциялау һәм канализация насос станцияһы төҙөлөшө.

Радий Хәбиров әйтеүенсә, был объекттарҙа эш раҫланған график буйынса бара. РФ Хөкүмәте вице-премьеры Марат Хөснуллин республика етәкселеген проекттарҙы ғәмәлгә ашырыу ваҡыты үтәлеүенә етди иғтибар бирелгән өсөн маҡтаны.

– Башҡортостан бөтә күрһәткес буйынса ыңғай баһалана. Республикала торлаҡ төҙөлөшө лә үҫә. Маладистар, шулай дауам итегеҙ! - тине Хөснуллин.

Фото: БР Башлығы сайтынан.

 

Рәсәй Хөкүмәте рәйесе урынбаҫары Башҡортостанды маҡтаны
Рәсәй Хөкүмәте рәйесе урынбаҫары Башҡортостанды маҡтаны
Автор:Алһыу Ишемғолова
Читайте нас