Яңылыҡтар таҫмаһы
23 Ноябрь 2023, 07:15

Ҡот осҡос хәл: сабый ваннала батҡан...

Кисә Ишембайҙа 24 йәшлек ҡатын үҙенең бер йәшлек улын ваннала йыуындырғанда телефондан һөйләшеүгә әүрәп, баланы ҡарауһыҙ ҡалдырған. 

Ҡот осҡос хәл: сабый ваннала батҡан...Ҡот осҡос хәл: сабый ваннала батҡан...
Ҡот осҡос хәл: сабый ваннала батҡан...

- Ҡатын ванна бүлмәһенә кире ингәс, бәләкәсенең батып үлгәнен күрә. Ул ашығыс ярҙам саҡырған, ләкин килгән табиптарға малайҙың үлемен раҫлауҙан башҡа сара ҡалмаған, - тип хәбәр итә "Башинформ" агентлығы әңгәмәсеһе.

Әле хоҡуҡ һаҡлау органдары ваҡиғаның сәбәптәрен һәм шарттарын тикшерә.

Фото: К.Калинина, "Башинформ".

Автор:Баныу Ҡаһарманова
Читайте нас