

Юл хәрәкәтендә ҡатнашыусыларға ярҙам күрһәтеү маҡсатында Дәүләт автоинспекцияһының айырым махсуслаштырылған батальоны хеҙмәткәрҙәре Өфө-Инйәр-Белорет, Шишмә-Аксенов-Ҡырғыҙ-Миәкә, Өфө-Яңауыл, Өфө-Зубов-Шишмә, Өфө-Иглин-Ҡыҙылъяр, Дүртөйлө-Нефтекама автомобиль юлдарында экипаждарҙы көсәйтеү тураһында ҡарар ҡабул итте.
- Беҙҙең хеҙмәткәрҙәр юл-транспорт ваҡиғаһы булыуы йәки юл торошоноң үтә насарайыуы ихтимал булған участкаларҙа хеҙмәт итәсәк, - тип Башҡортостандың ЮХДИИ башлығы Владимир Севастьянов республика халҡына юлдарҙа барлыҡ хәүефһеҙлек сараларын үтәргә, мөмкин булһа, шәхси транспортты ҡулланыуҙан тыйылырға, йәмәғәт транспорты менән файҙаланыуҙы һораны. - Юлға сығыу мотлаҡ талап ителһә, иғтибарлы һәм һаҡ булығыҙ: тиҙлекте арттырмайынса хәрәкәт итергә, хәүефһеҙ араны һаҡларға, хәүефһеҙлек ҡайышын эләктереп йөрөргә кәрәк, киҫкен маневрҙар яһарға ярамай, балаларҙы машинала тик креслола йөрөтөргә!
Барығыҙға ла имен юлдарҙа йөрөргә яҙһын, дуҫтар!
Фото: БР ЮХХДИ.