

Мәскәүҙә булған хәл.
Бынан туғыҙ йыл элек, 2014 йылда 21 йәшлек бер ҡыҙ үҙенсәлекле схема-алдаҡ уйлап тапҡан. Ул ҡыҙы тыуыуы тураһында документ эшләп алған, йәнәһе, яңғыҙы бала тәрбиәләй, бәләкәсе - Люба Адамовна. Кәрәкле ҡағыҙҙарҙы Басман районы хакимиәтенең социаль яҡлау бүлегенә тапшырған һәм уға бала ҡарау буйынса социаль пособие тәғәйенләгәндәр.
Был ялған оҙаҡ дауам иткән. Тик ошо көҙҙә генә нисектер (уныһы яҙылмаған) белеп ҡалғандар. Хоҡуҡ һаҡлаусылар ҡатынды тотҡан һәм зыян күләмен һанаған. Туғыҙ йылдан ашыуыраҡ ваҡытта 1,2 миллион һум пособие алған икән. Бер уйлаһаң, шул сама ваҡыт өсөн күп тә түгел. Ә шулай ҙа был – алдаҡ, мутлыҡ. Тотолмаһа, нишләр ине ҡатын? Икенсе бала “табыр” инеме икән?
Ҡырын эш ҡырҡ йылдан һуң да беленә, тип юҡҡа әйтелмәгән шул...