Яңылыҡтар таҫмаһы
22 Ноябрь 2023, 08:00

Ҡаҙмаштарға "Афарин!" тибеҙ!

21 ноябрҙә Әбйәлил районының Ҡаҙмаш ауылынан МХО-лағы яугирҙарыбыҙға гуманитар ярҙам юлға сыҡты. Беҙҙең оҫта ҡуллы ир-егеттәр эшләгән мунсалар, ҡатын-ҡыҙҙар ойошмаһы, әүҙем ҡатын-ҡыҙҙарыбыҙ бәйләгән йылы ойоҡ, бейәләйҙәр, доғалы бетеүҙәр, ауыл күстәнәстәре яугирҙәребеҙгә тыуған яҡ йылыһын еткерһен, рух күтәренкелеге өҫтәһен! Һуғыш афәте бөтөп, барыһы ла тиҙерәк үҙ төйәктәренә имен-һау ҡайтһын! Ошо изге эште ойоштороусы Амангилде хакимиәте башлығы Вадим Абдуллинға, ауылдаштарға оло рәхмәт! Үҙебеҙҙекеләрҙе ташламайбыҙ! Хәйерле сәфәр!

Ҡаҙмаштарға "Афарин!" тибеҙ!Ҡаҙмаштарға "Афарин!" тибеҙ!
Ҡаҙмаштарға "Афарин!" тибеҙ!



Шыҡһыҙ,хәүеф-хәтәрле көндәрҙә,
Тыныс түгел беҙҙең йөрәктәр...
Бола барған, ҡаңғырышлы ерҙә,
Хеҙмәт итә беҙҙең егеттәр...
Өмөт менән һәр көн таңдар ата,
Доғаларҙа бала хәстәре...
Уландары өсөн әсәләрҙең
Ағармаһын ине сәстәре...
Камил аҡыл бирһен башлыҡтарға,
Үткер зиһен булып аңында.
Иҫән ҡайтһын яуҙан балалары,
Тыныс атһын һәр көн таңым да.
Тыныс түгел күңел... Ер шарында
Күтәрелеп тора болалар...
Йә, Хоҙайым, бирсе ярҙамыңды,
Имен генә булһын донъялар.

Хәдимә Солтанова

Автор:Айбулат Ишназаров
Читайте нас