Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар таҫмаһы
21 Ноябрь , 14:00

Зарядкала бер нимә лә ҡалдырмағыҙ, ут сыға бит!

Сымһыҙ наушниктар зарядлау ваҡытында янып киткән.

Зарядкала бер нимә лә ҡалдырмағыҙ, ут сыға бит!
Зарядкала бер нимә лә ҡалдырмағыҙ, ут сыға бит!

Благовар районы Языков ауылында күп балалы ғаиләнең ике ҡатлы йортонда янғын сыҡҡан: икенсе ҡатта зарядта ҡалдырылған наушниктарҙан осҡон сәсрәп, түшәккә, карауатҡа ут тоҡанған.

Янғын сыҡҡан мәлдә өйҙә ата-әсә менән туғыҙ йәшлек бала була. Янғын һүндереүселәр утты оператив рәүештә һүндергән. Шөкөр, бер кем дә зыян күрмәгән.

Әйткәндәй, йортҡа янғынды иҫкәртеүсе ҡоролма ҡуйылған.

Электр приборҙарын зарядта ҡарауһыҙ ҡалдырмағыҙ. Бигерәк тә төндә бер нимәне лә зарядламағыҙ. Һаҡланғанды Хоҙай ҙа һаҡлай!

Фото: МЧС РБ.

Зарядкала бер нимә лә ҡалдырмағыҙ, ут сыға бит!
Зарядкала бер нимә лә ҡалдырмағыҙ, ут сыға бит!
Автор:Баныу Ҡаһарманова
Читайте нас в