-11 °С
Болотло
Авария киске сәғәт туғыҙ тирәһендә Әтек ауылы янында булған. Яҡынса мәғлүмәттәр буйынса, 62 йәшлек урындағы кеше Бишҡурай ауылы яғынан М-5 "Урал" автомобиль юлы йүнәлешендә хәрәкәт иткәндә "Лифан Х60" машинаһында юлдан осоп, түңкәрелә. Юл-транспорт ваҡиғаһы һөҙөмтәһендә водитель алған йәрәхәттәрҙән ашығыс медицина ярҙамы килгәнсе вафат була. Был факт буйынса тикшереү башланған. Ваҡиға сәбәптәрен һәм шарттарын асыҡлау өсөн бер нисә экспертиза үткәреү тәғәйенләнгән.
Фото: Башҡортостан Республикаһының Ғәҙәттән тыш хәлдәр буйынса дәүләт комитеты.