Республиканың эске эштәр органдарының дежур частарына уҙған тәүлектә дөйөм енәйәтсел мутлашыуҙар менән бәйле 16 хәбәр килгән.
Өфө ҡалаһы буйынса 6-сы полиция бүлегенә 47 йәшлек ир мөрәжәғәт итә. Ғариза биреүсе мессенджерҙарҙың береһендә үҙенә ҡыҙыҡлы тәҡдим менән хәбәр килгәнен һөйләй: уға пассив рәүештә аҡса эшләргә тәҡдим итәләр. Кураторҙан шарттарҙы асыҡлағас, ир иҫәпкә аҙ ғына аҡса һалып ҡарарға ҡарар итә. Бер нисә көндән килемдең артыуын күреп, ул 785 мең һумдан ашыу суммаға кредит рәсмиләштерә һәм үҙенең "инвестиция янсығына" һала, әммә дивидендтар ала алмай.
Өфөнән 36 йәшлек ир ҡиммәтле кеҫә телефоны һатып алғанда 140 мең һум аҡсаһын юғалтҡан. Ул бер мессенджерҙа смартфонды һатыу тураһында иғлан таба һәм менеджер менән бәйләнешкә инә. Һатыу-һатып алыу шарттарын асыҡлағандан һуң, ялған һатыусы ирҙе аҡса ебәрергә күндерә, йәнәһе, тауар мотлаҡ ебәреләсәк. Әммә аҡса күсерелеү менән менеджер юғала.
Баш ҡалала йәшәгән 58 йәшлек иргә ялған банк һәм хоҡуҡ һаҡлау органдары хеҙмәткәрҙәренән шылтыратыу килә. Уларҙың һүҙен тыңлап, ир мутлашыусылар иҫәбенә 350 мең һумдан ашыу аҡса күсергән.
Әлеге ваҡытта өс мутлашыу факты буйынса РФ Енәйәт кодексының 159 статьяһы буйынса енәйәт эштәре ҡуҙғатылған. Был хаҡта Башҡортостан Республикаһы буйынса Эске эштәр министрлығының матбуғат хеҙмәте хәбәр итә.
Башҡортостан Республикаһы буйынса Эске эштәр министрлығы иҫкәртә: таныш булмаған кешеләргә аҡса күсермәгеҙ. Банк хеҙмәткәренән шылтыратыу булһа, трубканы ҡуйығыҙ. Муттар ялған номерҙар ҡуллана ала. Бер ниндәй осраҡта ла шәхси мәғлүмәттәрҙе һәм карта реквизиттарын башҡаларға бирмәгеҙ. Иғтибарлы булығыҙ.
Фото: асыҡ сығанаҡтарҙан.