Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар таҫмаһы
21 Ноябрь , 13:13

Тәмәке төтәтеп йоҡларға ятҡан ир реанимацияға эләккән

Йылайыр районы Йылайыр ауылында төнгө сәғәт икенселә шәхси йортта янғын сыға.

Тәмәке төтәтеп йоҡларға ятҡан ир реанимацияға эләккән
Тәмәке төтәтеп йоҡларға ятҡан ир реанимацияға эләккән

Тәмәкеһен һүндермәйенсә йоҡлап киткән 1988 йылғы ирҙең ике ҡулы ла янған, ул ауыр хәлдә реанимация бүлегенә оҙатылған. 

Рәсәй Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығының янғын һүндереүселәре һәм ирекле янғын һүндереүсе команда уттың таралыуына юл ҡуймаған.

Тәмәке тартһағыҙ, төпсөгөн мотлаҡ һүндерегеҙ!

Ғүмер бер генә, ҡәҙерен белегеҙ!

Фото: МЧС РБ.

 

Автор:Баныу Ҡаһарманова
Читайте нас в