Яңылыҡтар таҫмаһы
21 Ноябрь 2023, 07:00

Шәп бит ә! Икенсе балаға "Әсәлек капиталы" 833 мең һум буласаҡ!

Кемдәр «Әсәлек капиталы»н алып, әле файҙаланмаған, 2024 йылдың 1 февраленән  ул  инфляция кимәле буйынса индексацияланасаҡ. 

Шәп бит ә! Икенсе балаға "Әсәлек капиталы" 833 мең һум буласаҡ!Шәп бит ә! Икенсе балаға "Әсәлек капиталы" 833 мең һум буласаҡ!
Шәп бит ә! Икенсе балаға "Әсәлек капиталы" 833 мең һум буласаҡ!

 Башҡортостандың Социаль фондынан хәбәр итеүҙәренсә, индексация 7,5 процент кимәлендә күҙаллана.   

Әгәр ҙә ғаилә беренсе балаға  «Әсәлек капиталы» алмаған булһа икенсе балаға ул 833800 һумға тиклем күтәрелә, ә инде беренсе балаға алған булһа, 630967 һум була.  «Әсәлек капиталы»н өлөшләтә  тотонған осраҡта, уның ҡалған өлөшө индексацияланасаҡ. 

Фото:асыҡ сығанаҡтарҙан. 

Автор:Сажиҙә Лотфуллина
Читайте нас