Унда Волга буйы һәм Урал федераль округтарынан 20 команда ҡатнаша. Ярышта ҡатнашыусылар ултырған көйөнсә волейбол уйнау, пулялы атыу, уҡ атыу, армрестлинг, пауэрлифтинг, өҫтәл теннисы буйынса көс һынашасаҡ. Башҡортостандан 14 егет ҡатнаша. Махсус хәрби операцияла ҡатнашыусыларҙың төбәк-ара физкультура сараһының маҡсаты – паралимпия спортының мөмкинлектәрен күрһәтеү. Кубокты асыу тантанаһына мәтәбәле ҡунаҡтар саҡырылғайны. РФ Паралимпия комитеты рәйесе Павел Рожков, Рәсәй Геройы, «Ватанды һаҡлаусылар» фондының күҙәтеү советы ағзаһы Виктор Романов, еңел атлетика буйынса 13 тапҡыр Паралимпия уйындары, 18 тапҡыр донъя, 43 тапҡыр Европа, 36 тапҡыр донъя чемпионы. Рима Баталова ҡатнашыусыларға уңыштар теләне. «Махсус хәрби операцияла батырлыҡ, сыҙамлыҡ һәм ҡаһарманлыҡ кеүек сифаттарға эйә булмайынса һәм яҡшы физик әҙерлекһеҙ ҡатнашыу мөмкин түгел. Был сифаттар һеҙгә спортта ла үҙегеҙҙе тулыһынса күрһәтергә ярҙам итәсәк. Күптәрегеҙ өсөн «Ватанды Һаҡлаусылар Кубогы» паралимпия спортына тәүге аҙымдар булыр», – тип билдәләне П.Рожков үҙенең тәбрикләү сығышында. Ветерандар һәм уларҙың ғаилә ағзалары төбәк-ара илһөйәрлек фестивалендә, «Геройҙар дәүере» «түңәрәк өҫтәле»ндә лә ҡатнашасаҡ.