-14 °С
Ҡар
“Метео” прогноз үҙәге етәксеһе Александр Шувалов белдереүенсә, ошо аҙнала Үҙәк Рәсәйҙә, Волга буйында, Уралда геүләтеп ҡар яуасаҡ.
Башҡортостанда ла ҡарлы көндәр күҙаллана. Тик юлдарҙа боҙлауыҡ буласағы күңелде ҡыра. Таулы һәм төньяҡ райондарҙа -15 градусҡа тиклем төшәсәк. Көндөҙ уртаса +2, -5 градус буласаҡ. Көньяҡ райондарҙа йылыраҡ.
Ноябрҙең һуңғы көндәрендә ысын ҡыш килеүе фаразлана. Синоптиктар күҙаллауынса, Өфөлә -29 градус һыуыҡ булыуы ихтимал.
Фото: vk.com