Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар таҫмаһы
21 Ноябрь , 13:00

Ишбирҙеләр МХО-ғала ҡатнашыусыларға ярҙам итә

Баймаҡ районының Ишбирҙе  мәктәбе  уҡыусылары  ата-әсәләр һәм ауыл халҡы менән берлектә  «Үҙебеҙҙекеләрҙе ташламайбыҙ» акцияһында ҡатнашты.

Ишбирҙеләр МХО-ғала ҡатнашыусыларға ярҙам итә
Ишбирҙеләр МХО-ғала ҡатнашыусыларға ярҙам итә

 Улар махсус хәрби операцияла ҡатнашыусыларға  гуманитар ярҙам оҙатты.

  «17 – 18 ноябрҙә мәктәп ашханаһында махсус хәрби операцияла ҡанашыусыларға борщ һәм солянка әҙерләү өсөн өмә үткәрелде.  Актив ҡатнашҡан ата-әсәләргә,уҡыусыларға, коллективҡа, ауыл активына ,үҙ өлөшөн индергән һәр берегеҙгә оло рәхмәтебеҙҙе белдерәбеҙ. Еребеҙгә тыныслыҡ килеп,егеттәребеҙҙе ҡаршыларға насип булһын!», – тип хәбәр итә улар социаль селтәрҙәрҙә.

 

Автор:Сажиҙә Лотфуллина
Читайте нас в