

Биология уҡытыусыһы Луиза Ғилфанова 7-се класс уҡыусыларына “Ҡарабаш турғай көнө” ойошторған. Әйткәндәй, беҙҙең илдә бындай экологик байрам бар икән. Ул 12 ноябрҙә билдәләнә.
Ҡоштар – беҙҙең дуҫтар, тип юҡҡа әйтмәйҙәр. Был көндө кешеләр турғайҙарға ашарға бирә, тағараҡтар эшләп элә.
Балаларға әлеге сара бик ҡыҙыҡ булды: уҡытыусы уларға викторина үткәрҙе, йомаҡ та ҡойоштолар, аудиояҙманан ҡоштарҙың тауышын танып, исемдәрен әйттеләр, ҡоштар тормошо тураһында видеофильм да бик йөкмәткеле ине, тип хәбәр итәләр. Сара аҙағында балаларға “Ҡышын ҡоштарҙы ашатығыҙ!” тигән махсус буклеттар таратылған.
Әйткәндәй, "Үҫеш нөктәһе" үҙәге "Мәғариф" милли проекты буйынса булдырылған. Әлеге сара шулай уҡ "Экология" милли проекты маҡсаттарына тура килә.
Сығанаҡ: Тәтешле районы хакимиәтенән.