Хикмәтле хикәйәт
Машинаны йәмшәйткән таш...
Бер ваҡыт хәтәр “текә” машинала елдәй елеп, бер егет китеп бара икән. Шул саҡ юл ситендә торған балаларҙы күреп ҡала ла, яндарынан тиҙлеген кәметеңкерәп, үтеп киткәс, “шаҡ” иткән тауыш ишетә.
Ҡараһа, машинаһына таш бәрелгән. Йәш кеше, тиҙ генә “ягуар”ынан төшөп, бер малайҙы эләктереп алған.
– Холоҡһоҙ, ниңә машинама таш бәрәһең? Беләһеңме, күпме тора ул? – тип екеренгән.
– Ғәфү итегеҙ инде, минең насар ниәтем юҡ, – тип аҡланған теге малай. – Бына ҡустым инвалид коляскаһынан йығылып төштө лә, күтәрә алмайым. Бер нисә сәғәт буйына торам, бер машина ла туҡтаманы. Ахырҙа, таш бәрергә мәжбүр ҡалдым...
Егет шунда ғына был малайҙың янында тағы бер бала барлығын күреп ҡалған. Ерҙә ултырған була, ти теге. Машина хужаһы уны күтәреп, коляскаға ултыртҡан да, ауыр уйҙар менән китеп барған.
Таш йәмшәйткән машинаһында оҙаҡ йыл йөрөгән ул. Ремонтлатмаған да. Сөнки был йәмшек урын уға шуны иҫкәрткән: әгәр ҙә үтенескә ҡолаҡ һалмаһаң, күрмәһәң, һиңә таш эләгәсәк...
Айсын АҠБУЛАТОВА әҙерләне.