

“Бөтә Рәсәй виртуаль концерт залы” проекты буйынса бәләкәстәр “Последний лепесток” йәнһүрәтен ҡараған. Был йәнһүрәт 1977 йылда Валентин Катаевтың “Цветик-семицветик” әкиәте буйынса ”Союзмультфильм” студияһында төшөрөлгән. Ул бәләкәй кешенең күңел кисерештәре тураһында.
Балалар Үҙәк балалар китапханаһы ойошторған “Беҙҙең көсөбөҙ – дуҫлыҡта” тигән Дуҫлыҡ дәресендә лә ҡыҙыҡһынып ҡатнашты.
Дуҫлыҡ, татыулыҡ, толерантлыҡ бала саҡтан тәрбиәләнергә тейеш, тигән маҡсат һалынғайны дәрескә.
Фото:Администрация г. Салават РБ.