Рәсимә МОСТАФИНА 1975 йылда Иҫке Уртай ауылында тыуған. Тәүҙә – Өфө китапхана техникумын, аҙаҡ Бөрө педагогия институтын тамамлай. 15 йыл педагогик стажға эйә. Ике бала әсәһе. Бала саҡтан шиғырҙар яҙа.
Гүзәл яғым Дүртөйле
Һәр кемгә яҡын үҙ иле,
Хуш еҫле һәр бер гөлө.
Барыһынан матурыраҡ
Тыуған ерем - Дүртөйлө!
Дүртөйлөнөң халҡы тырыш,
Бал телле, мәрхәмәтле,
Белемде лә, баһалы ла,
Намыҫлы, итәғәтле.
Ҡабатланмаҫ талант бында,
Ил өҫтөндә сикһеҙ дан.
Бер башҡа үҫкәндәй булам,
Нәжми исемен атауҙан.
Фәррәхтары, Бабичтары,
Бик күп йөҙөк ҡаштары,
Ниҙәр ижад итмәҫ ине,
Иҫән булһа баштары?..
Илһөйәрҙәр үҫкән ер был,
Вил, Мөфтәдиндәр тыуған,
Ҡайҙа бар бындай Ризуан да,
Ҡайҙа бар бындай Фидан?!
"Дүртөйлөнәнме, әллә?" - дип
Һорайҙар ҡайсаҡ минән.
"Дүртөйлөнән!" - тип әйтәмен
Оло ғорурлыҡ менән!
Ошонда тыуып үҫкәнмен,
Ошонда ғүмер итәм,
Данлы Дүртөйлө халҡының
Һәр береһен хөрмәт итәм!
Ҡағылмағыҙ, балама!
Насар-насар һүҙҙәр әйтеп
Рәнйетмәгеҙ, баламды!
Мин бит әсәй! Ул һүҙҙәргә
Битараф ҡала(а)ламы!?
Балама ҡағылмай улар,
Осоп ағыулы уҡтай,
Минең йөрәгем түренә
Килеп ҡаҙалып, туҡтай.
Ҡул күтәрмәгеҙ балама,
Йәш әле ул, күтәрә,
Һеҙ уға һуҡҡан урында
Минең тәнем күгәрә!
Асылын төшөнмәй нахаҡ
Яҡмағыҙ һеҙ, балама!
Бер ҙә юҡҡа уның түгел,
Минең йөҙөм ҡарала!
Аҙ ғына күҙҙән юғалһа
Күргәнсе утта янам.
Нисек йөрәгем янмаһын?
Ул минең ғәзиз балам!
Ул минең бәғер киҫәгем,
Ҡағылмағыҙ, балама!
Минең хәлемде аңларҙар
Әсә булғандар ғына...
Туймаҫ йән
Туймаҫ йәнле булып тыуғанмын мин:
Туя(а)лмайым күреп ер, һуҙы.
Матурлыҡҡа хайран булып күңел
Иләҫ-миләҫ килә, ярһыулы.
Һыйпап үтәм ағас япраҡтарын,
Еҫкәп туялмайым гөлдәрҙең.
Үлән осондағы ялтыр ысыҡ
Битарафтар итер кемдәрҙе?
Сырыҡылдашып көлә-көлә улар
Тәгәрләйҙәр ҡарап түбәнгә,
Мин дә күрәм, тиеп сағыу йәйғор
Ҡунаҡлаған яҡын түбәгә.
Туя(а)лмайым еҫкәп ямғырҙан һуң
Сыҡҡан еүеш тупраҡ еҫтәрен.
Бала сағым иҫкә килеп төшә,
Йүгәнләрлек түгел хистәрем.
Аңламаҫтар, тиеп кенә тыйылам:
Сығырға ла ине урамға,
Рәхәтләнеп, ялан аяҡ көйө
Гөрләүектә һикереп уйнарға...
Ә төндәрен, ғәләм төш күргәндә
Мин һөйләшәм айлы төн менән.
Күптәр күрмәҫ матурлыҡты күрә
Алғаныма шундай һөйәм!
Иҫәрләнгән, тиеп уйламағыҙ,
Хыялый ҙа түгелмен бер ҙә.
Туймаҫ йәнле булып яралғанмын,
Йәшәп туя(а)лмайым мин ерҙә!