Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар таҫмаһы
21 Ноябрь , 14:20

15 йәшлек үҫмер енәйәттә ғәйепләнә

Учалынан 15 йәшлек уҡыусы, пенсионерҙарға ярҙам итәм, тип уйлаған. Ысынында иһә, ул - енәйәт схемаһының бер звеноһы.

15 йәшлек үҫмер енәйәттә ғәйепләнә
15 йәшлек үҫмер енәйәттә ғәйепләнә

Рәсәй Эске эштәр министрлығының Учалы районы буйынса бүлегенә 82 йәшлек пенсионер ҡатын мөрәжәғәт итә. Уның һөйләүенсә, стационар телефонына билдәһеҙ бер кешенән шылтыратыу килә. Шылтыратыусы үҙен хоҡуҡ һаҡлау органдары хеҙмәткәре тип таныта һәм пенсионерҙың ҡыҙы "юл-транспорт ваҡиғаһында ғәйепле" булыуын хәбәр итә. Ялған хеҙмәткәр  уның күрһәтмәләренә буйһонорға һәм зыян күреүселәргә "компенсация" түләү өсөн аҡса әҙерләргә ҡуша. Ҡурҡҡан әбей ашығыс рәүештә бөтә аҡсаһын йыйып, курьерға 600 мең һум аҡса тоттора.

Шунан һуң ғына ул ҡыҙы менән бәйләнешкә инә, уның менән барыһы ла яҡшы булыуын аңлап, полицияға мөрәжәғәт итә.

Оператив-эҙләү саралары барышында енәйәтте тикшереү бүлеге хеҙмәткәрҙәре курьерҙы ҡулға ала. 15 йәшлек үҫмер енәйәт ҡылыуын таный һәм полиция хеҙмәткәрҙәренә был эште интернетта табыуын һөйләй. Эш оло йәштәге граждандарға аҡса күсереүҙә ярҙам итеүҙән ғибәрәт була. "Куратор"ҙың ҡушыуы буйынса мәктәп уҡыусыһы пенсионерҙан аҡса алып, 30 мең һумын үҙенә ҡалдыра, ә ҡалғанын мутлашыусыларға ебәрә.

Был курьер тағы ла бер урындағы ҡатындан 100 мең һум аҡса алырға маташа. Әммә ҡатын был төр мутлашыу тураһында белгәс, курьер тураһында шунда уҡ полицияға хәбәр итә.

Был мутлашыу факты буйынса енәйәт эше ҡуҙғатылған.

Фото: Башҡортостан Республикаһы буйынса Эске эштәр министрлығының матбуғат хеҙмәте.

Автор:Баныу Ҡаһарманова
Читайте нас в