Яңылыҡтар таҫмаһы
20 Ноябрь 2023, 12:09

Видео фейк булып сыҡҡан

Социаль селтәрҙәрҙә бөгөн Благовещен районының Абыҙ күлендә ике балыҡсының боҙ аҫтына китеүе, башҡаларҙың уларҙы ҡотҡарырға маташыуы хаҡында видеоролик таралды. 

Видео фейк булып сыҡҡанВидео фейк булып сыҡҡан
Видео фейк булып сыҡҡан

Был факт буйынса Башҡортостан Республикаһының Ғәҙәттән тыш хәлдәр буйынса дәүләт комитеты ҡотҡарыусылары ваҡиға урынына килеп еткән. Бәхеткә күрә, был видео фейк булып сыға. Күлдә балыҡсылар ҙа, боҙ ҙа юҡ һәм видеолағы һауа торошо ла ысынбарлыҡҡа тап килмәй.

Ҡотҡарыусылар, халыҡты алдамаҫ өсөн, тикшерелгән мәғлүмәтте генә баҫтырыуҙы һорайбыҙ, тип яҙа: "Шулай ҙа был хәлдең ыңғай яғы ла бар - бәлки, был видеоны күреп, балыҡсылар йоҡа боҙға сығырға ҡурҡыр".

Фото: Башҡортостан Республикаһының Ғәҙәттән тыш хәлдәр буйынса дәүләт комитеты. 

Видео фейк булып сыҡҡан
Видео фейк булып сыҡҡан
Автор:Баныу Ҡаһарманова
Читайте нас