Яңылыҡтар таҫмаһы
20 Ноября 2023, 11:58

Телефон да хәүеф сығанағы

Мәктәп-интернатта бер уҡыусы малайҙың ҡулында ҡапыл телефон ҡыҙа, бер аҙҙан иреп, төтәй башлай. 

Телефон да хәүеф сығанағыТелефон да хәүеф сығанағы
Телефон да хәүеф сығанағы

Янғын һүндереүселәр килгәнгә тиклем 138 кеше үҙ аллы урамға сыға, уларҙың 122-һе - балалар.

Зыян күреүселәр юҡ, тик аппарат ҡына эшлектән сыҡҡан.

Кеҫә телефондары һәм пауэрбанктар литий-ион аккумулятор батареяларынан эшләй. Был энергия сығанағы һыуға тулыһынса сумырғанда ғына һүнә.

Рәсәй Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығы иҫкәртә: 

️- техниканы зарядлауҙа иғтибарһыҙ ҡалдырма;

- төндә зарядлама; 

️- телефонығыҙҙы мендәр аҫтына һалмағыҙ;

- торлаҡҡа янғын сигнализацияһын ҡуйығыҙ.

Хәүефһеҙлек үҙегеҙҙән дә ҡала!

Фото: МЧС РБ.

Телефон да хәүеф сығанағы
Телефон да хәүеф сығанағы
Автор:Баныу Ҡаһарманова
Читайте нас