Яңылыҡтар таҫмаһы
20 Ноябрь 2023, 05:08

Сир көсәйә

Коронавирус менән ауырыусылар артҡандан-арта бара.      

Сир көсәйәСир көсәйә
Сир көсәйә

  Һуңғы тәүлектә зарарланыусылар һаны 168-гә еткән.  

Әлеге ваҡытта 168 пациент дауаханала табиптар ярҙамында  сиргә ҡаршы көрәшә. 2059 кеше амбулатор рәүештә дауалана.

 Пандемия башланғандан алып республикала 376 мең кеше был сир менән ауырыған, 368,3 меңдән ашыуы имен-һау һауығып, аяҡҡа баҫҡан.  Һуңғы тәүлектә иһә 150 кеше был сирҙән арынған.

Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, мәкерле сир арҡаһында 6114 кеше яҡты донъя менән хушлашҡан. Һуңғы тәүлектә ҡорбандар юҡ.

Фото:асыҡ сығанаҡтарҙан. 

Автор:Сажиҙә Лотфуллина
Читайте нас