Яңылыҡтар таҫмаһы
20 Ноябрь 2023, 07:40

Радик Динәхмәтов - Башҡортостандың халыҡ артисы!

БР-ҙың Башлығы Радий Хәбиров Башҡорт дәүләт филармонияһы флейтасыһы, быйыл МХО-ға үҙе теләп юлланған Радик Динәхмәтовҡа Башҡортостан Республикаһының халыҡ артисы званиеһын бирҙе.

Радик Динәхмәтов - Башҡортостандың халыҡ артисы!Радик Динәхмәтов - Башҡортостандың халыҡ артисы!
Радик Динәхмәтов - Башҡортостандың халыҡ артисы!

Әлеге ваҡытта артист ҡыҫҡа ваҡытлы ялға ҡайтҡан.

Наградлау мәлендә ул Радий Фәрит улына, һеҙ егеттәрҙе МХО-ға оҙатҡанда "Эшләгеҙ, туғандар" тип әйтәгеҙ, бына яугирҙар һеҙгә "Эшләйбеҙ, туған" тип яҙылған кәпәс биреп ебәрҙе, тине.

Автор:Айбулат Ишназаров
Читайте нас