Яңылыҡтар таҫмаһы
20 Ноябрь 2023, 03:30

Кем ҡамасаулай?

...Бер көндө ҙур компания хеҙмәткәрҙәре ишектә шундай яҙыу тапҡан: «Һеҙгә үҫергә ҡамасаулаусы кеше кисә вафат булды. Йыназаға килегеҙ».

Кем ҡамасаулай?Кем ҡамасаулай?
Кем ҡамасаулай?

Хикмәтле хикәйәт

Кем ҡамасаулай?

(замана риүәйәте)

Бер көндө ҙур компания хеҙмәткәрҙәре ишектә шундай яҙыу тапҡан: «Һеҙгә үҫергә ҡамасаулаусы кеше кисә вафат булды. Йыназаға килегеҙ».

Барыһы ла шаҡ ҡатҡан. Кем тураһында һүҙ бара икән? Офис гөжләгән. Һәр кемдең үҫешкә аяҡ салған кешене белгеһе килгән, шул уҡ ваҡытта әгәр ҙә ул үлгәс, хәҙер бер кем дә ҡамасауламаясағын уйлап, еңел һулағандар.

Йыназаға барғандар. Зал буш. Ҡап уртала бер табут ҡына тора. Килеп ҡараһалар, ни күрһендәр: унда көҙгө ята, имеш. Уға ҡараған кеше, билдәле инде, үҙен күргән. Көҙгө янында шундай яҙыулы ҡағыҙ ҙа ята: “Үҙеңдең үҫешеңә үҙең генә ҡамасаулайһың”.

Уңышың үҙ ҡулыңда, йәнәһе. Шулаймы икән?

Айсын АҠБУЛАТОВА әҙерләне.

Автор:Алһыу Ишемғолова
Читайте нас