Ҡатынға "банк хеҙмәткәрҙәре" шылтырата. Улар муттарҙың кредит алырға маташыуы тураһында хәбәр итә һәм хәйләле ысул менән уларҙың тырышлыҡтарын туҡтатырға тәҡдим итә. Пенсионер ҡатын үҙенең аҡсаһын икенсе банк иҫәбенә күсерә. Артабан аҡсаны "хәүефһеҙ иҫәптәргә" һалырға талап ителә. Бөтә кәрәкле процедураларҙы үтәгәндә мутлашыусылар зыян күреүсе менән даими бәйләнештә була һәм банк хеҙмәткәрҙәренең һорауҙарына нисек яуап бирергә кәрәклеге тураһында ентекле күрһәтмәләр бирә. Мутлашыусы икенсе банк бүлексәһенә такси саҡырырға тәҡдим иткәс кенә ҡатын ниҙер һиҙеп, мутлашыусылар менән аралашыуын аңлай, полицияға ашыға. Рәсәй Эске эштәр министрлығының Өфө ҡалаһы буйынса идаралығының 8-се полиция бүлеге хеҙмәткәрҙәре енәйәтсенең иҫәбен асыҡлай һәм уны блокка ҡуя. Был факт тураһында Рәсәй Эске эштәр министрлығының Өфө ҡалаһы буйынса идаралығының матбуғат хеҙмәте хәбәр итә.