-6 °С
Болотло
44 йәшлек ир торлаҡ йорттоң бер бүлмәһен теплица итеп йыһазландырған, ә уның 38 йәшлек ҡустыһы гаражда марихуана үҫтергән.
Һорау алыуҙа улар тыйылған үҫемлекте тик шәхси ҡулланыу өсөн үҫтергәндәрен раҫлай. Шулай ҙа бер туғандарҙың наркотикты таратыуы ла ихтимал.
Енәйәтселәр үҙ ғәйебен таныған. Әлеге мәлдә ҡулға алынғандарға ҡарата енәйәт эше ҡуҙғатылған.
Был турала РФ Эске эштәр министрлығының Башҡортостан Республикаһы буйынса наркотиктар әйләнешен контролдә тотоу идаралығы хәбәр итә.
Фото: БР буйынса ЭЭМ матбуғат хеҙмәте.