Радий Хәбиров әйтеүенсә, беҙҙә МХО-ла ҡатнашыусыларға ярҙам системаһы булдырылған. Ауыр яраланыусылар ҙа иғтибарҙан ситтә ҡалмай. Ғөмүмән, хәрбиҙәргә ярҙам саралары 30-ҙан ашыу.
- Республика һәр яугир, уларҙың ғаиләләре тураһында хәстәрлек күрәсәк, - тине БР Башлығы.
"Ватанды һаҡлаусылар" фондының төбәк бүлексәһе етәксеһе Гөлнур Ҡолһарина ветерандар менән эшләү тураһында һөйләне. Фонд хеҙмәткәрҙәре социаль, медицина хеҙмәтләндереүе буйынса, шулай уҡ администартив мәсьәләләрҙе хәл итеүҙә ярҙам күрһәтә. Әле 50 социаль координатор 10 меңдән ашыу мөрәжәғәтте ҡараған. Тиҙҙән фондтың колл-үҙәге эшләй башлаясаҡ.
Осрашыуҙа етди яралар алыусы хәрбиҙәргә артабан ярҙам итеү мәсьәләләре тикшерелде.
- Мотлаҡ дауаланырға кәрәк. Һеҙҙең өсөн ниндәй программалар һөҙөмтәле буласағын ҡарау мөһим. Киләһе йылдан ветерандар өсөн заманса госпиталь проектын эшләй башлайбыҙ. Унда көслө реабилитация бүлексәһе лә буласаҡ, - тине Радий Фәрит улы.
Тағы бер йүнәлеш мөһим - МХО ветерандарын эшкә урынлаштырыу. Әлбиттә, етәкселек быға булышлыҡ итәсәк. Кем ҡабаттан һөнәр алырға теләй, кем ҡайҙа урынлаҡыһы килә, бөтә мөмкинлек ҡараласаҡ.
- Беҙ һеҙҙе республиканың тормошона, ижтимағи проекттарға, башҡа башланғыстарға йәлеп итергә әҙербеҙ, - тине республика Башлығы.
Фото: БР Башлығы сайтынан.