Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар таҫмаһы
20 Ноябрь , 18:00

Бауыр менән салат

Үҙенсәлекле салат. Эшләп ҡарағыҙ.

Бауыр менән салат
Бауыр менән салат

 

200 г бауыр, 200 г корейса әҙерләнгән кишер, тоҙло ҡыяр, 2 йомортҡа,  1  баш һуған,  2–3   ҡалаҡ майонез, 1 ҡалаҡ он, тоҙ, борос кәрәк.

 Бауырҙы, һуғанды ит тартҡыс аша үткәреп, уға тоҙ, йомортҡа, борос, он һалып , табала  ҡыҙҙырып алырға. Һуңынан ҡоймаҡтар  һыуынғас, һаламлап турарға. Уның өҫтөнә корейса әҙерләнгән кишер, тоҙло ҡыяр, укроп,  майонез һалып,  бутарға,  ике сәғәткә һыуытҡысҡа ҡуйырға.

 

Фото: mixyfotos.ru

Автор:Зөһрә Йәһүҙина
Читайте нас в