Проект авторҙары фекеренсә, ул төбәктәрҙә креатив индустриялар үҫешенә этәргес буласаҡ. БР Башлығы Радий Хәбиров үткәргән оператив кәңәшмәлә ошо турала мәҙәниәт министры Әминә Шафиҡова һөйләне.
"Рәсәйҙә уйлап сығарылған" проекты ижади мәктәптәр, прототиплаштырыу үҙәктәре, инклюзив ижади лабораториялар булдырыуға йүнәлтелә.
- Башҡортостан был йәһәттән пионер була - проектты тәүгеләрҙән булып ғәмәлгә ашырабыҙ, - тине Әминә Ивний ҡыҙы.
Прооектты ғәмәлгә ашырыу өсөн 159,5 млн һум, шул иҫәптән федераль ҡаҙнанан 140 млн һум аҡса бүленгән.
Республикала тәүге креатив индустриялар мәктәбе (ШКИ) былтыр Стәрлетамаҡта мәҙәниәт һәм сәнғәт колледжы базаһында асылғайны. Ә бер нисә генә ай элек шундай уҡ мәктәп Өфөләге сәнғәт училищеһында барлыҡҡа килде.
Стәрлетамаҡта тауыш режиссеры, тауыш дизайны, электрон музыка, анимация, 3D графика кеүек компетенциялар булһа, Өфөлә алты йүнәлеш буйынса уҡырға мөмкин, шул иҫәптән дизайн һәм VR, AR интерактив һанлы технологиялар буйынса.
Киләһе йылда өсөнсө ШКИ Сибайҙа асыласаҡ. Шулай уҡ Өфө дәүләт сәнғәт институтында ла булдырыу күҙаллана.
Фото: БР Башлығы сайтынан.