+1 °С
Болотло
Рәсәй Эске эштәр министрлығы хәбәр итеүенсә, һуңғы арала аферистар граждандарҙың аҡсаһын уларҙың балалары аша урлай.
Муттар тиҙ арала балаларҙың ышанысын яулап, уларҙың ата-әсәләренең банк карталары мәғлүмәттәрен дә, мәктәп уҡыусыларының электрон янсыҡтарын да үҙләштерә. Коми Республикаһының полиция хеҙмәткәрҙәре виртуаль донъяның тоҙаҡтары һәм хәүефһеҙлек ҡағиҙәләре тураһында мәғлүмәт карточкаларын әҙерләгән. Балаларҙы иҫкәртегеҙ - һаҡ булһындар!
Фото: БР буйынса ЭЭМ матбуғат хеҙмәте.