

Обойҙар, өҫтәл, кресло янған, компьютерҙың да яңыһын алырға тура киләсәк. Ярай ҙа Рәсәй Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығының янғын һүндереүселәре тиҙ арала килеп етә һәм утты һүндерә. Янғындың хәүефле зонаһынан 6 кешене ҡотҡаралар, тағы 14 кеше үҙ аллы эвакуациялана. Бер кемдең дә зыян күрмәүе яҡшы.
Электр приборҙарын ҡарауһыҙ ҡалдырмағыҙ, үҙегеҙҙе һәм өйөгөҙҙө һаҡлағыҙ!
Фото: МЧС РБ.