Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар таҫмаһы
20 Ноябрь , 20:09

10 айҙа – 2,6 миллион квадрат метр торлаҡ

Быйыл ғинуар-октябрҙә Башҡортостанда, былтырғы шул осор менән сағыштырғанда, дөйөм майҙаны биш процентҡа күберәк торлаҡ төҙөлгән.

10 айҙа – 2,6 миллион квадрат метр торлаҡ
10 айҙа – 2,6 миллион квадрат метр торлаҡ

Был турала бөгөнгө Хөкүмәт кәңәшмәһендә һөйләнеләр.

БР төҙөлөш һәм архитектура министры вазифаһын башҡарыусы Владислав Сидоркин белдереүенсә, РФ-тың төбәк үҫеше буйынса Хөкүмәт комиссияһы тарафынан быйыл торлаҡ төҙөлөшө буйынса былтырғы күрһәткестәрҙе үтеп китергә план ҡуйылған.

2022 йылда беҙҙә 3 млн 62 мең квадрат метр майҙанлыҡ торлаҡ төҙөлһә, быйыл 3,1 млн кв.м. булырға тейеш.

Волга буйы федераль округында Башҡортостан торлаҡ төҙөлөшө буйынса икенсе урында килә, Рәсәйҙә – һигеҙенсе.

Ағымдағы йылдың ноябренә ҡарата, беҙҙә 10 меңдән ашыу күп фатирлы йорт һалына.

Радий Хәбиров торлаҡ төҙөлөшө өсөн мөмкинлек тапҡан муниципалитеттар етәкселәренә рәхмәт белдерҙе һәм территорияларҙы комплекслы үҫтереү проекттары һаны арттырырға ҡушты.

Фото: БР Башлығы сайтынан.

Автор:Алһыу Ишемғолова
Читайте нас в