

"Lada Granta" автомобиле водителе Байыш һәм Урғаҙа ауылдары араһында юлды ҡыҫҡартырға теләп, Урғаҙа йылғаһы аша сыға башлаған. Әммә ниәте тормошҡа ашмаған - йылға машинаны тотҡарлаған. Автомобилдә 1979 йылғы водитель, 1986 йылғы пассажир һәм 2013 йылғы бала була.
Ҡотҡарыусылар уларға ярҙам итеп, Сибайға тиклем оҙатҡан.
Фото: Башҡортостандың Ғәҙәттән тыш хәлдәр буйынса дәүләт комитеты.