Яңылыҡтар таҫмаһы
19 Ноябрь 2023, 09:00

Ҡотҡара алмағандар...

Янғын һүндереүселәр утҡа ҡаршы 44 минут көрәшкән. Үкенескә күрә, һәләк булыусылар бар.

Ҡотҡара алмағандар...Ҡотҡара алмағандар...
Ҡотҡара алмағандар...
Бөгәсә төндә Яңауыл ҡалаһындағы биш ҡатлы йорттоң келәтендә ("подсобка") ут сыҡҡан. МЧС-тан хәбәр итеүҙәренсә, ваҡиға урынына килеп еткән янғын һүндереүселәр шундуҡ халыҡты хәүефһеҙ урынға күсерергә тотонған: 19 кешегә, шул иҫәптән 10 балаға ярҙам иткәндәр, ҡалғандар үҙаллы сыҡҡан. Утты 44 минутта һүндергәндәр. Бер ҡатын менән уның балаһы, йорттан үҙҙәре сыҡҡанда, уттан зыян күргән - уларҙың тын юлына һөрөм ултырып өлгөргән. Дауаханаға алып киткәндәр, тик ҡатын - "Тиҙ ярҙам" машинаһында, 4 йәшлек балаһы дауахананың ҡабул итеү бүлмәһендә үлгән.
Әле ут сығыу сәбәптәре тикшерелә.
Фото:ГУ МЧС РФ по РБ.
Автор:Алһыу Ишемғолова
Читайте нас